Өфө: Китап, 2015. — 536 бит. — ISBN 978-5-295-06264-3.
Күренекле яҙыусы Рәшит Низамовтың был йыйынтығындағы повестар үҫмерҙәргә һәм балаларға арналған. Төрлө тарихи осорҙарҙа балалар өлкәндәр менән бергә ҡайнашып йәшәй, эшләй. Әҫәрҙәрҙең геройҙары үҙ маҡсаттарына өлгәшеү хаҡына ҡыйынлыҡтар алдында юғалып, ҡаушап ҡалмай.
Әҫәрҙәр мауыҡтырғыс, мажаралы. Улар башҡорт балалар әҙәбиәтенең алтын фондына инде.