Н.Х. Мәҡсутова редакторы. — Өфө: СССР фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, 1970.
Үҫеү, камилләшеү стадияһын кисергән, лексик мөмкинселеге асыҡланып бөтмәгән башҡорт теле өсөн һөйләштәрҙең һүҙ байлығын берләштергән һүҙлек айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Әҙәби телдең һүҙ байлығын арттырыу, күп һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлау, ҡулланыу ҡеүәһен аныҡлауҙа "Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге" беренсе сығанаҡ.