Уҡыу ҡулланмаһы. — Яуаплы редакторы: С. Баязитов. — Өфө: Мир печати, 2021. — 92 бит. — ISBN 9785961307122.
«Башҡорт теле. Яңы ҡараш» уҡыу ҡулланмаһы башҡорт телен башлап өйрәнеүселәргә тәғәйенләнгән. Ул башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, телебеҙҙең йәмғиәтебеҙҙә ҡулланылыу даирәһен киңәйтеү маҡсатында яҙылды. Авторҙар уҡыу ҡулланмаһын, коммуникатив, лингвокультурологик һәм педагогик хеҙмәттәшлек принциптарына таянып, телдәрҙе өйрәнеүҙең заманса сараларын киң файҙаланыуҙы күҙ уңында тотоп төҙөргә ынтылды. Был курс 32 сәғәткә иҫәпләнгән. Уҡыу ҡулланмаһы башҡорт телен уҡытыусы етәкселегендә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота.